VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Өфөлә CIOFF® мәҙәниәт буйынса халыҡ-ара конференцияһы үтте

4 июлдә «Торатау» Конгресс-холында «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мираҫы — донъя мәҙәниәтенең өлөшө» тип исемләнгән Халыҡ-ара мәҙәни конференция үтте.

Сара CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһының киңәйтелгән программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Конференция Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова ебәргән видеоҡотлауҙы уҡыуҙан башланды. Ул үҙенең телеграммаһында бындай мәҙәни-ара проекттарҙың мөһимлеген билдәләп, фольклор фестиваленең ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә яҡшы үтеүенә ышаныс белдерҙе. «Был проект башҡорт халыҡ эпосында сағылдырылған, әкиәттәрендә, йырҙарында һүрәтләнгән халыҡ ижадын бөтә тулылығында сағылдыра. Сәнғәт кешеләрҙе берләштерә. Һәм ошо фестиваль дә дәүләт-ара мәҙәни хеҙмәттәшлеккә нигеҙ буласаҡ», — тине Ольга Любимова. Тәбрикләү сәләме менән республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла сығыш яһаны. Ул CIOFF комитетына Башҡортостанға шундай ҙур ышаныс күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. «Беҙҙең республикала 4 меңдән ашыу мәҙәниәт учреждениеһы эшләй һәм улар халыҡты рухи яҡтан байытып, милли йолаларҙы тергеҙеүгә етди өлөш индерә. Башҡортостанда 160 милләт вәкиле йәшәй һәм беҙ бөтә байрамдарҙа бергә», — тине министр. Ул шулай уҡ Американан килгән ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, уларҙы милли байрамы — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотланы.

Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова фестивалдә күп ҡырлы мәҙәниәт өлгөләре күрһәтеләсәк тине. «Программала беҙ башҡа илдәрҙән килгән милләттәр мәҙәниәтен генә түгел, ә Рәсәйҙә йәшәүсе күп һанлы милләттәр вәкилдәренең мәҙәниәтен күрһәтергә лә тырышабыҙ, — тине ул. Шулай уҡ форумда Ер шарының төрлө төбәктәренән билдәле ғалим фольклорсылар ҙа тәжрибә уртаҡлашасаҡ». Тамара Валентинована халыҡ ижадын өйрәнеүгә фәнни ҡараш зарурлығына баҫым яһаны. Яуап һүҙен CIOFF президенты Филипп Боссан әйтте: «Фестивалде асыу тантанаһында мин ысын дуҫтарса мөнәсәбәт тойҙом. Беҙ хәҙер барыбыҙ ҙа дуҫтар!» CIOFF-тың ЮНЕСКО-лағы рәсми вәкиле Магдалена Товорник үҙ мөрәжәғәтендә дәүләттәр етәкселәре яғынан матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа ҙур ярҙам булыуына өмөт белдерҙе. «Милли мөнәсәбәттәр кимәле эске дәүләт сәйәсәте ҡоролошонда ла мөһим икәнлеген ЮНЕСКО-ла һәр кем яҡшы аңлай», — тине ул. Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директорының беренсе урынбаҫары Мери Русанова конференцияларға ҡатнашыусыларға Рәсәйҙә мәҙәни мираҫты һаҡлау тармағында ниндәй эштәр алып барылыуы хаҡында һөйләне. Конференцияның икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы өлгөләре менән танышты. Мәҫәлән, Респубилка халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков «Урал батыр» эпосы хаҡында һүҙ алып барҙы, ә Алтай Республикаһы халыҡ ижады йорто директоры алтай халыҡтарының өзләү һәм музыка ҡорамалдарында уйнау серҙәрен аңлатты. 

ФОТО:Валерий Шахов

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com