VI Бөтә донъя фольклориадаһы республика буйлап сәйәхәтен дауам итә

VI Бөтә донъя фольклориадаһы республика буйлап сәйәхәтен дауам итә

Халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашыусылар ҙур сараның экваторын үтте, әммә ул туҡтамай әле!

Алда тағы тамашаларға бай өс көн көтә. 12 муниципалитетта концерт программалары, шулай Өфө амфитеатрында 10 июлдә, 17 сәғәт 30 минутта фольклориаданы ябыу тантанаһы уҙғарыласаҡ. «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында 18 сәғәттә Индонезия, Польша, Мексиканың ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт программаһы башлана. Кисәнең хэдлайнеры – Ҡаҙағстандан килгән «Олотау» төркөмө.

Көн һайын 11-ҙән 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем Башҡортостандың Милли музейында «Бөтә донъя халыҡтары битлектәре» һәм «Бөтә донъя халыҡтарының музыка ҡорамалдары» халыҡ-ара күргәҙмәләре эшләй. Инеү бушлай.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com