Тағы биш муниципалитет CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡабул итте

6 июлдә республиканың биш муниципаль берәмеге фольклориада ҡунаҡтарын ҡабул итте. Иҫтә ҡалырлыҡ концерттар Нуриман, Ҡариҙел, Яңауыл, Бөрйән райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Тамашасылар Польша, Греция, Панама, Ҡаҙағстан, Колумбия, Словакия, Испания, Индонезия, Мексика, Болгария, Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния, Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Чили, Парагвай, Бенин фольклор ансамблдәре әҙерләгән ижади өлгөләрҙе ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Иртәгә фестиваль тағы дүрт муниципалитетта дауам итәсәк. Коллективтар Октябрьский ҡалаһында, Борай, Тәтешле, Учалы райондарында сығыш яһай. 10 июлгә тиклем фольклор ансамблдәре тағы 13 муниципалитетта сығыш яһай. Бөтә концерттар асыҡ һауала бара. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com