Тамара Пуртова: «Фольклориаданы асыу тантанаһы — донъя кимәлендәге тамаша»

Өфөлә бөгөн журналистар өсөн CIOFF президенты Филипп Боссан, CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, Василий Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, бөтә донъя фольклориадаһын асыу һәм ябыу тантаналарының баш режиссеры, «Фольклориада йөрәге» фестивале координаторы Айҙар Зөбәйҙуллин ҡатнашлығында брифинг уҙҙы.

Улар Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Валентина Пуртова әйтеүенсә, ул тамаша барышын ғаиләһенә лә видео аша күрһәткән һәм Башҡортостан был йөкләмәне иң юғары кимәлдә атҡарып сығыуына шиге лә булмаған. «Башҡортостан элек-электән лидерлыҡ позицияларын юғалтмай. Фестивалде асыу сараһы ла республиканың ябай ғына төбәк түгел, ә Рәсәйҙең алдынғы субъекттарының береһе икәнлеген күрһәтте. Был донъяуи кимәлдәге тамаша булды. Беҙҙең бурыс — мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләү, үҫеш юылна этәреү һәм популярлаштырыу», — тине Тамара Валентиновна. Филипп Боссан пандемия шарттарында Ер шарында уҙғарылған иң ҙур мәҙәни сара тип билдәләне фестивалде. «Өфөгә алтынсы тапҡыр киләм һәм миңә бында кешеләрҙең алсаҡлығы, ихласлығы оҡшай. Һәм беҙ бында тырыш, һәләтле комнада туплауға өлгәштек. Ә иң ҙур байлыҡ — Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле, татыу халыҡ», — тине Ф. Боссан. Фольклориада саралары баш ҡалала ғына түгел, республиканың 22 төбәгендә лә үтә. Артур Әлибәков хәүефһҙелек талаптары теүәл үтәлеүен билдәләне. Тамашаға әҙерлек барышы тураһында режисер айҙар Зөбәйҙуллин һөйләне. 

ФОТО: ИА «Башинформ»

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com