Салауат Юлаев майҙанында CIOFF® Халыҡ-ара йәштәр комитетының интерактив акциялары башланды

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда CIOFF® Халыҡ-ара йәштәр комитетының интерактив акциялары старт алды.

«CIOFF® күп илдәрҙә үҙенең йәштәр комитеты һәм вәкиллектәре булдырған, улар матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау йүнәлешендә, балалар араһында мәҙәни саралар уҙғарыу буйынса төплө эшләй. Фольклориадала беҙ төрлө акциялар майҙансығы астыҡ. Бынан тыш, Милли музейҙа беҙҙең комитет әҙерләгән фотокүргәҙмә менән танышырға була», — тине CIOFF® Халыҡ-ара йәштәр комитеты рәйесе урынбаҫары Лауре Лопез.

Ойоштороусылар бөтә илдәр халыҡтарының уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, балалар уйындары кеүек ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән. Бынан тыш майҙансыҡта бергәләшеп фото төшөү өсөн фотозоналар ҡуйылған. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com