Рәсәйгә тәүгә килгән сит ил ҡунаҡтары нимәгә аптыраны һәм һоҡланды?

3 июлдә Халыҡ-ара фольклор фестивале башланды һәм ул Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ойошторола.

Сит ил вәкилдәре Башҡортостандың баш ҡалаһына 1 июлдә үк килә башлағайны. Ошо ҡыҫҡа арауыҡта ҡунаҡтар Рәсәй кеүек ҙур илдең мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға өлгөрҙө. Тәржемәсе ирекмәндәр фольклориада ҡатнашыусыларының тәьҫораттары тураһында һөйләй: «Рәсәйҙә бөтә аш-һыуға ла укроп һалалар! Беҙҙә, Австрияла, ул бер нисә блюдола ғына ҡулланыла». «Беҙҙең куратор сәйгә һөт ҡойғанына иҫем китте! Был ике ингридиентты ҡушып була икән тип уйлап та бирмәгәнбеҙ.

Шулай уҡ Калининград Европа биләмәһендә, ә үҙе Рәсәйҙеке икән дә баһа», — тинеләр Панаманан килгән коллектив ағзалары. «Рәсәй кешеләре бер генә фамилия һәм атаһының исемен йөрөтә икәнлегенә аптыраныҡ, ә беҙҙә әсәйҙең дә, атайҙың да фамилиялары ҡулланыла», — ти Колумбияныҡылар.

«Тәүге тапҡыр ҡарабойҙай ашап ҡараныҡ. Тәме ҡыҙыҡ ҡына», — тип белдерҙе Испания артистары.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com