Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова VI Бөтә донъя фольклориадаһы йомғаҡтары тураһында һөйләй

«Башҡортостан халыҡ-ара форумды лайыҡлы уҙғарҙы – ябай булмаған ваҡытта 37 илдән меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.

Беҙҙең дирекция тәүлек әйләнәһенә эшләне. Медиаүҙәк эшмәкәрлеге лә туҡтаманы. Роспотребнадзор, Һаулыҡ һаҡлау, Финанстар, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Сауҙа министрлыҡтарының, Киң мәғлүмәт саралары агентлығының даими ярҙамын тойҙоҡ. Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетына ла рәхмәт. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған 22 муниципалитет башлығына ихтирам белдерер инем. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа беҙҙең ҡунаҡсыллыҡҡа, тәртипкә оло баһа бирҙе», — тине министр.

Әминә Ивний ҡыҙы әйтеүенсә, фольклориаданы ябыу тантанаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Уның төп режиссеры булып Айҙар Зөбәйҙуллин сығыш яһаны. СИОФФ президенты Филипп Боссан фестивалед асыу тантанаһы иң шәп күренеш булды тип билдәләне. «Иң мөһиме — коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуйылманы. Килеүселәрҙең 80 проценты вакцина яһатҡан ине», — тип министр Роспотребнадзор етәкселегенә аныҡ һәм теүлә эшләүҙәре өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров Фольклориада йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын билдәләне. «Пандемия булмаһа, уның әһәмиәте тағы ла артыр ине. Шулай ҙа, ошондай ҡырыҫ шарттарҙа сағыу фестиваль уҙғара алыуыбыҙ яҡшы күренеш», — тине Башлыҡ. 16 июлдә республика Милли музейында Фольклориада йомғаҡтар буйынса күргәҙмә асылыуы билдәле булды. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com