Радий Хәбиров: «Фольклориада — изгелек һәм яҡшылыҡ хаҡына кешелекте берләштереү өсөн шәп сәбәп»

3 июлдә VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, CIOFF президенты Филипп Боссан, CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, Василий Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова жунралистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Матбуғат конференцияһы стенограммаһы:

Хәбәрсе: Радий Фәрит улы, бөгөн беҙҙең республика һәм бөтә ил өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға — Бөтә донъя фольклориадаһы башланды. Башҡортостан, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, шундай әһәмиәтле халыҡ-ара форумды үткәреүгә яуаплылыҡ алды. Фольклориадаға әҙерлек барышын нисек баһалайһығыҙ һәм фестивалдең тәүге көнөнән үҙегеҙҙең тәьҫораттарығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

Радий Хәбиров: Әле генә Фольклориаданы асыу тантанаһы тамамланды. Мин үҙ ғүмеремдә күпте күрҙем, әммә бындай мөғжизәле тамашаға тәүге тапҡыр шаһит булдым, тип әйтә алам. Ул ныҡ юғары кимәлдә әҙерләнде. Йөкмәткеһе тап беҙ әйтергә теләгәнде күрһәтә алды — ул беҙҙең тарихыбыҙ, халыҡтар дуҫлығы, республикала йәшәүсе күп милләтле халҡыбыҙҙың үҙ-ара татыулығы, тамырҙарыбыҙға ихтирам билгеһе. Был беҙгә еңел бирелмәне. Сараға биш йыл дауамында әҙерләнһәк, һуңғы ике йылда нон-стоп режимында эшләргә тура килде. Һеҙ дөрөҫ әйттегеҙ, Фольклориаданы ҡабул итеү — оло яуаплылыҡ, сөнки эпидемиологик хәл ҡатмарлы ҡала. Шулай ҙа бөтә санитар талаптарҙы теүәл үтәгәндә фестивалде хәүеф-хәтәрһеҙ һәм тейешле кимәлдә уҙғара алырбыҙ. Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡыуандырайыҡ. Фольклориада ул үҙ асылы буйынса халыҡ дипломатияһы икәнлеген онотмайыҡ. Һәр тарафтан төрлө агрессив аҙымдар яһалған бөгөнгө заманда был айырыуса мөһим, сөнки ошондай байрамдар ҡитғалар халыҡтарын берләштерә һәм тыныслыҡта, татыу йәшәргә теләүен асыҡ күрһәтә.

Хәбәрсе: Боссан әфәнде, һеҙ Башҡортостан фольклориадаға әҙерлек барышында башҡарға эште нисек баһалайһығыҙ? Ҡунаҡтарҙың һәм әртистәрҙең кәйесе нисек?

Филипп Боссан (тәржемәсе һүҙҙәренсә): Барыһы ла иҫ киткес! Биш йыл дауамында беҙ Башҡортостан Башлығы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек. өфө минең икенсе өөмә әйләнде тип әйтергә мөмкин. Фестивалде асыу тантанаһы һоҡланғыс булды. Үҙ тәжрибәмдән сығып, ә мин бындай сараларҙа дүртенсегә ҡатнашам, Өфөләге шоу иң сағыуы һәм шәбе тип ысын йөрәктән әйтә алам. Минең хатта күҙҙәрем йәшләнде...

Әлбиттә, пандемия тураһында оноторға ярамай. Сөнки бындай шарттар ялҡытты. Ҡатмарлылыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ 37 ил вәкилдәрен фестивалгә алып килә алдыҡ. Һәм был бик яҡшы. Үкенескә ҡаршы, эпидемиологик хәл арҡаһында Көньяҡ Америка, Германия һәм Мысыр артистары өфөгә килеүҙән тыйылып торорға мәжбүр булды. Шулай ҙа, күреүегеҙсә, республикаға килгән башҡа дәүләттәр ансамблдәре онотолмаҫ атмосфера тыуҙырҙы. Ике йыл дауамында бер ниндәй мәҙәни саралар уҙғарылмауы һәм бөгөн ошондай осрашыуға килеүҙәре уларҙы дәртләндерҙе, рухландырҙы. Иртәгә бөтә коллективтар асыҡ һауала сығыш яһап, үҙҙәренең бейеүҙәре аша нисек бында ҡатнашыу теләктәре ҙур булыуын дәлилләр. Артистар тамашасы алдында 100 процентҡа асыласаҡ. Былтыр Фольклориаданы кисектереп торорғ атура килгәс, быйыл уны нисек тә үткәрергә кәрәк, тигән ҡарарға килдек. Тыйыуҙар күп булды: сиктәр ябылды, илдәр араһында рейстар тыйылды. Шуға ҡарамаҫтан, Өфөлә күп һанлы музыкаль, бейеү һәм вокал коллективтарын туплауға өлгәштек. Һәм пандемияға ҡарамаҫтан был иң яҡшы Фольклориада икәнлегенә инанырһығыҙ, тип ышанам. Башҡортостанға килер алдынан мин ЮНЕСКО-ның генераль директоры Одрэ Азуле менән һөйләштем һәм ул Фольклориада ҡатнашыусыларына иң изге теләктәрен еткерҙе. Ойоштороусыларға афарин! Тип әйтер инем. Браво, Башҡортостан! Браво, Рәсәй!

Хәбәрсе: Тамара Валентиновна, Рәсәй беренсе тапҡыр Фольклориаданы ҡабул итә. Уға әҙерлек мәлендә һеҙ Башҡортостанға йыш килдегеҙ, тәьҫораттарығыҙ тураһында ишетергә ине?..

Тамара Пуртова: Мин уйлауымса, Башҡортостан бөгөн бөтә Олимпия уйындарын еңеп сыҡты. Был шундай өлгө. Өфө бөгөн үк Олимпиаданы ҡабул итә ала һәм мин һеҙҙе ышандырам, ул иң юғары кимәлдә үтәсәк һәм бөтә илдәр һоҡланасаҡ. Бындағы ауыл клубтары ғына 2 меңдән ашыу. Бындай һан Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Был бик мөһим. Беҙ Радий Фәрит улына рәхмәтлебеҙ. Сөнки «ҡараңғы, ҡараңғы» тип тик ултырырға ла була, шул уҡ ваҡытта шәмде тоҡандырырға ла мөмкин. Ә бының өсөн ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек кәрәк. Әгәр Башҡортостан Башлығы ҡарар ҡабул итмәһә, беҙ был эште атҡарып сыға алмаҫ инек. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм! Барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

Хәбәрсе: Радий Фәрит улы, һеҙҙе инглиз телендә яуап биреүегеҙҙе һорар инем. Фольклориада кеүек байрамдар ни өсөн кәрәк?

Радий Хәбиров (тәржемәсе һүҙҙәренсә): Фольклориада бөгөн һәм хәҙер мөһим, тип уйлайым. Ул мәҙәни әһәмиәтле бөтә донъя өсөн мөһим сара. Беҙҙе ниндәй генә сиктәр айырыуына, ниндәй генә милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ бөтәбеҙ ҙә — кешеләр, һәм беҙ татыулыҡта йәшәргә теләйбеҙ. Беҙ ғаилә ҡорорға һәм бәхетле булырға теләйбеҙ. Шуның өсөн дә Фольклориада — изгелек һәм яҡшылыҡ хаҡына кешелекте берләштереү өсөн шәп сәбәп 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com