Радий Хәбиров Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойоштороусылары (CIOFF) советы вәкилдәре менән осрашты

Радий Хәбиров Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойоштороусылары (CIOFF) советы вәкилдәре менән осрашты. 2 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойоштороусылары (CIOFF) советы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда CIOFF президенты Филипп Боссан, CIOFF Рәсәй милли секцияһы президенты, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, «Русская песня» Мәскәү дәүләт академия театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, VI Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина ҡатнашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостандың Фольклориадаға әҙерлеге, халыҡ ижадын үҫтереү һәм матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса фекер алышты. «Беҙ һеҙҙе ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә күреүебеҙгә ысын күңелдән шатбыҙ. Был осрашыу республика ете йыл буйы әҙерләнгән ҙур проектҡа нигеҙ һалды, тип иҫәпләйем, — тине Радий Фәрит улы. — Алты йыл тирәһе элек беҙ Бөтә донъя фольклориадаһы эстафетаһын алып, уға ентекле әҙерлекте башлағайныҡ. Былтыр, пандемия арҡаһында фестивалде күсереп торорға мәжбүр булдыҡ. Әле бер нисә көн элек тә коронавирус хәүефе сәбәпле, Фольклориаданы ҡабул итеү мәсьәләһе асыҡ ҡала ине. Шулай ҙа мөһим ҡарарҙы ҡабул иттек, әлбиттә, бөтә санитар талаптар ҡәтғи үтәлде. Ирекмәндәр вакцинацияланды, медицина хеҙмәттәре бөтә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер. Быйылғы Фольклориаданы мин 1957 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале менән сағыштырам. Ул ваҡытта дәүләттәр үҙ-ара килешә алмаһа ла, йәштәр уртаҡ тел тапты. Ошо көндәрҙә республикала ла татыулыҡ, дуҫлыҡ хакимлыҡ итер тип ышанам. Республика был фестивалде уҙғарыуға бик етди ҡараны, байрамды матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарыу өсөн бар көсөн һалды. Бөтә донъялағы меңәрләгән тамашасы Фольклориада барышын онлайн-трансляциялар аша ҡарай алыр тип уйлайым». «Алты йыл буйы күңелебеҙҙә йөрөткән хыялыбыҙ тормошҡа аша, — тине Филипп Боссан. — CIOFF — ул ҙур ғаилә һәм унда халыҡтар араһында дуҫлыҡҡа, мәҙәниәтте үҫтереүгә нигеҙ һалына. Башҡортостандға килгән ансамблдәр өсөн был бик әһәмиәтле сара, сөнки һуңғы йылда бер ниндәй мәҙәни байрамдар ойошторолманы. Фольклориаданы юғары кимәлдә ойоштороуығыҙ һәм йылы ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәт!» «Беҙҙең хыялдар һеҙҙең ярҙам менән тормошҡа аша, Радий Фәрит улы, — тине Тамара Пуртова. — Һис шикһеҙ, был Фольклориада донъя мәҙәниәте тарихы биттәренә яҙыласаҡ». «Башҡортостанға беренсе тапҡыр килмәйем, — тине РФ халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина. — Бында иҫ киткес ҡунаҡсыл һәм киң күңелле халыҡ йәшәй. Ә ниндәй тәмле бал, сәк-сәк һәм бауырһаҡ! Әллә нисә йыл элек ниәт иткән фестивалдең ошолай дәртле нотала башланыуы бик яҡшы. Беҙгә бөгөн төрлө илдәрҙән иң яҡшы фольклор оҫталары килде һәм улар үҙ еренең иң шәп сығыштарын күрһәтәсәк. Башҡортостанда бөгөн бөтә донъя мәҙәниәте сәскә атты, тиһәм дә хата булмаҫ. Радий Фәрит улы, Һеҙ бик ҡыйыу кеше, сөнки бәлкәй генә республикала планета масштабындағы сара үткәреүгә өлгәштегеҙ. Һәм беҙ бөгөн берләшеп, дөйөм бәлә булған коронавирусҡа ҡаршы көрәш астыҡ. Ә беҙҙең ҡорал — ул матурлыҡ, сәнғәт һәм мөхәббәт!» 

 

 
 
 
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com