Ике донъя рекорды һәм милли костюмдар парады

Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында ике донъя рекорды ҡуйылды һәм милли кейем парады уҙҙы.

«Парадта 2700 кеше ҡатнашты. Был рекордҡа тиң. Ә дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә 71 милләт вәкиле ҡулға-ҡул тотоношоп әйләнде. Беҙ 57 ил ҡатнашыуын һанап сығарҙыҡ. Беҙгә бөтәһе 37 ил килеүен иҫәпкә алып, һәм Рәсәйҙе ҡушып, 38 генә дәүләт ҡатнаша тиергә булыр ине. Әммә Башҡортостандың үҙендә генә әләл күпме милләт йәшәй һәм улар үҙ милләтен ошо әйлән-бәйләндә күрһәтте», — ти Парад режиссеры Гөлнара Юрина. Сарала Рәсәй рекордтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты. «Беҙгә афарин! Маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашыра алдыҡ», — тине СИОФФ президенты Филипп Боссан.

Парадта йөрөүселәр артабан «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрына төштө һәм Бөтә донъя фольклориадаһы байрағын күтәреүҙе ҡараны. Парад башында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы барҙы. Унда фестиваль ҡунаҡтары, респубилканың ижади коллективтары һәм башҡалар ҙа үтте. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com