Гавай утрауҙары вәкилдәре аэропортта уҡ йырлай башланы

Өфөгә, бөтә донъя фольклориадаһына килгән ҡунаҡтарҙың береһе — «Ахуна Охана» гавай коллективы.

Ожмах утрауҙарынан килгән колелктив Өфө аэропортында уҡ дәртле сығыштары менән күңелдәрҙе күтәрҙе. Гавай гитараһы һәм ҡурай моңдары оҙатыуында коллектив етәксеһе Джозеф Ахуна инглиз һәм рус телдәрендә «Һәр ваҡыт булһын ҡояш» йырын башҡарҙы. Музыкант 18 сәғәт буйы самолетта осоуҙы яҡшы кисерҙем һәм башҡорт еренә баҫыуым менән бәхетлемен тип белдерҙе. «1978 йылда, мин колледжда уҡығанда һеҙҙең илгә ижади коллектив составында килгәйнем. Ул йылдарҙа ла беҙ йыр һәм бйеүеҙәр аша ике ил араһында дуҫлыҡ күпере һалғайныҡ», — тип һөйләне музыкант. «Әсәйем миңә ошо милли костюмдарҙы тегергә ярҙам итә, ул үҙе килә алманы, әммә күңелем менән Башҡортостандамын, тине», — тип уртаҡлашты ул. Ҡунаҡханала урын алғас, утрау илселәре баш ҡала буйлап экскурсияға сыҡты.

Сара яңылыҡтары менән «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/folkloriada2021 танышырға мөмкин.

 

 
 
 
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com