Фольклориаданы ябыу мәлендә Өфөлә транспорт хәрәкәте сикләнә

Фольклориаданы ябыу мәлендә Өфөлә транспорт хәрәкәте сикләнә

Баш ҡалала VI Бөтә донъя фольклориадаһы саралары барышында 10 июлдә бер нисә урамда юл ябыла һәм йәмәғәт транспорты йөрөмәй.

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, 10 июлдә 8-ҙән 24 сәғәткә тиклем:

  • Зәки Вәлиди урамында Аксаков урамынан алып Мәжит Ғафури урамына тиклем;
  • Генерал-губернатор Перовский урамында Яр буйы урамынан Зәки Вәлиди урамына тиклем;
  • Яр буйы урамынан Сочи урамына тиклем транспорт хәрәкәте сикләнә.

11 июлдә Конгресс-холл алдындағы туҡталҡа ябыҡ була. Былар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн башҡарыла. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com