Фольклориаданы ябыу мәлендә Салауат Юлаев һәйкәле өҫтөнән «Русские витязи» пилотаж төркөмө осоп үтеп, фольклориада ҡунаҡтарын сәләмләне

Осош программаһына Су-30СМ һәм Су-35 тиҙлекле истребителдәр йәлеп ителде. Әйткәндәй, уларҙың двигателдәре баш ҡаланың УМПО заводында етештерелә һәм был осоштар заводтың 80 йыллыҡ юбилейына ла арналды.

«Русские витязи» летчиктары ауыр истребителдәрҙә иң юғары пилотаж фигуралар эшләй алған донъялағы берҙән-бер команда. Улар һауала Нестеров элмәге, ҡыңғырау, сәскә асылыу, фонтан кеүек фигуралар яһаны. Был ҡатмарлы элементтар тамашасыларҙың хуплау ауаздарын күмелде.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com