Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың концерт турҙары дауам итә

7 июлдә VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың тағы дүрт муниципалитетында булды.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршылаусы Октябрьский ҡалаһына Боливия, Польша, Мексика һәм Рәсәй фольклор ансамблдәре килде.

«Беҙ Көньяҡ Американың йөрәге иҫәпләнгән ҡояшлы Боливиянан килеп еттек һәм күп ҡырлы мәҙәни программа тәҡдим итәсәкбеҙ. Мәҫәлән, «Тинку» тип аталған бейеү Боливияның мәҙәни мираҫын тулыһынса асып бирә. Һәм беҙ ошондай сәйәхәткә сыға алыуыбыҙ, мөғжизәле Башҡортостан тәбиғәтен күрә алыуыбыҙ менән бәхетле», — тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Боливия вәкилдәре: төркөм директоры Роберто Сардон, милли вәкил Паола Риверов һәм бейеүсе Селеста Меркадо. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com