Фольклориада ҡунаҡтары бөгөн баш ҡала урамдарында ҡоймаҡ ҡойҙо һәм башҡорт айранында окрошка әҙерләне

25 йәшлек Оскар Феррер Фольклориадаға алыҫ Колумбиянан килгән. «Рәсәйҙә булырға күптән хыяллана инем, — ти егет. — Сөнки йырҙарымды тап ошо илдә яңғыратырға теләй инем. Бөтә донъя фольклориадаһының Өфөлә уҙыуы минең өсөн икеләтә ҡыуаныс, бында кешеләр алсаҡ. Мин һеҙҙең баш ҡаланы иң йәшел һәм ҡунаҡсыл ҡалалар исемлегенә индерәсәкмен».

Өфө ресторандарының береһендә Оскарҙы рус ҡоймағы ҡойорға һәм башҡорт айранында рус милли ризығы — окрошка әҙерләргә өйрәттеләр. «Ингридиенттар ҡатнашмаһы ҡыҙыҡ ҡына, әлбиттә, — тине ул. — Шулай ҙа һынап ҡарайыҡ әле, нимә килеп сығыр. Был рецептты иҫемдә ҡалдырып, тыуған илемдә лә бешереп ҡараясаҡмын. Тик Колумбияла айран юҡ бит әле». Джиада Чиарандини — Италияла билдәле фольк-төркөмдөң ағзаһы. Ул да беҙҙең илдә тәүге тапҡыр. «Мин Италияның төньяғындағы бәләкәй генә ҡалала йәшәйем, — ти ҡыҙ. — Шуға миңә бында барыһы ла өлкән кеүек күренә. Ошо рус ҡоймаҡтарын да беҙ Италияла бәләкәйерәк итеп ҡоябыҙ. Ресторандың шеф-ашнаҡсыһы беҙ әҙерләгән ҡоймаҡҡа Италия виноһынан яһалған соус, ә эсенә башҡорт балынан эслек һалырға вәғәҙә итте».

Бейеү — Италия ҡыҙының төп хоббиһы. Фольк-төркөмдә уның олатаһы ла, әсәһе лә бейегән. Фольклор кешегә ныҡ яҡшы йоғонто яһай, ти ул. «Бейегән кешегә бер ҡасан да күңелһеҙ булмай, эсегеҙ бошһа — бейегеҙ!», — тине. 

Фото А. Нурмухаметова

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com