Дүрт фестиваль округы VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларын ҡабул итте

Башҡортостанда CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә.

Бөгөн дүрт муниципаль берәмектә концерт программалары ойошторолдо. Салауат ҡалаһы, Әбйәлил, Дүртөйлө, Мишкә райондары халҡы сағыу һәм онотолмаҫлыҡ тамашаға шаһит булды. Урындағы халыҡ алдында Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия, Рәсәй, Палестина, Франция, Белоруссия, Перу һәм башҡа дәүләттәрҙең фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Концерт башында райондарҙың ижади коллективтарының музыкаль номерҙары тәҡдим ителде. Салауат ҡалаһында фольклориадала ҡатнашыусыларҙы республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сәләмләне һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен ишеттерҙе.

«Быйыл Башҡортостан мәртәбәле эстафетаны ҡабул итте һәм планета кимәлендәге оло сараны уҙғарыу хоҡуғын алды. Ул Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үтә. Ә беҙҙең республика Европа һәм Азия киҫелешендә урын алған һәм быуаттар дауамыда тарҡалмаҫ, ныҡлы халыҡтар дуҫлығы менән дан тота. Бында йәшәүсе күп һанлы милләттәр мәҙәниәте бер-береһенә үрелеп һәм ҡамасауламай, үҙенсәлекле бер мозаика булдырған. Матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау беҙҙең республика өсөн мөһим урында тора», — тиелә унда. Әбйәлилдә фольклор ижады фестивалендә мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев булды. Дүртөйлө тамашасыларын шулай уҡ мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова сәләмләне.

«Бөтә донъя фольклориадаһын былтыр уҡ көткәйнем. Хатта календарҙа уның датаһы билгеле ине, тик, үкенескә ҡаршы, пандемия байрамды ойошторорға мөмкинлек бирмәне. Бөгөн Фольклориаданан алған тәьҫораттарыбыҙҙы аңлатып бөтөрлөк түгел. Асыу тантанаһын телевизорҙан ҡараныҡ, шунан иң ҙур дуҫлыҡ әйлән-бәйләнен күҙәттек. Был байрам кешеләр үҙ-ара аңлашып, берегеп йәшәһен өсөн кәрәк», — ти Салауат ҡалаһынан Сергей Меньшиков. Артабан фестиваль Стәрлетамаҡ, Өфө, Нуриман, Ҡариҙел, Яңауыл, Бөрйән райондарына күсә. Бөтә майҙансыҡтар асыҡ һауала эшләй, кешеләрҙең тән температураһы үлсәнә, битлек кейеү талабы ҡуйыла. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com