CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһының бишенсе көнө тамамланды

Күләмле фольклор фестивале үҙ эшен дауам итә. Бөгөн «Фольклориада йөрәге» сәхнәһендә тамашасылар Словакия, Панама, Греция һәм Мексиканан килгән артистарҙың сығышын ҡараясаҡ.

Кисәнең хэдлайнерҙары – Мәскәүҙән һорнайсылар ансамбле һәм Францияның Plantec төркөмө. Илебеҙҙең баш ҡалаһынан килгән һорнайсылар шотланд һорнайында һәм барабандарҙа уйнаусы Рәсәйҙә тәүге ансамбль. Уларҙың сығыштары төрлө заманса музыка ағымдары менән үрелеп, һоҡланғыс, онотолмаҫ шоу килеп сыға.

Фото: Рамил Нафиҡов.

 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com