CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһында Мәскәүҙән һорнайсылар ансамбле сығыш яһаясаҡ
30.06.2021
Мәскәүҙең тәүге һорнайсылар һәм барабансылар оҫталары ансамбле CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһында сығыш яһай. Коллектив «Фольклориада йөрәге» концерт майҙансығында 7 июлдә уҙасаҡ концертта хэдлайнерҙарҙың береһе буласаҡ.
«Беҙ шотланд һорнайҙарының бөтә мөмкинлектәрен күрһәтеп, был инструмент ярҙамында классика, рок, диско, рус көйҙәрен уйнайбыҙ. Музыка уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, шоу яһаясаҡбыҙ!» — тип вәғәҙәләй артистар.
Ансамблдең тәүге составы 2004 йылдың авгусында формалаша. Етәксеһе — Артемий Воробьев.