CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы. Етенсе көн

9 июлдә Өфөлә һәм муниципалитеттарҙа Бөтә донъя фольклориадаһының аҙҙаҡы көндәре үтте.

Төп концерт программалары йәнә «Торатау» амфитеатрында уҙҙы. Был кистә йыйылыусыларын Румыния, Беларусь, Камерун һәм Палестина ансамблдәре сығыштарына шаһит булды. Кисәнең хэдлайнеры беҙҙең илдән «The Hatters» джипси-фолк-рок төркөмө. Студенттарҙан тупланған «Martisorul» фольклор ансамбленең тарихы 60 йылдан ашыу һәм ул үҙ илендә генә түгел, башҡа ҡитғаларҙа ла киң билдәле. Әйткәндәй, бер көн элек был ансамбль ағзаһы – румын үҙенең һөйгән йәренә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. «Был аҙымға мине Рәсәйҙә билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө этәрҙе», — тине егет.

Иртәгә Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы тантаналы рәүештә ябыласаҡ. Райондарға гастролдәргә сыҡҡан бөтә ижади коллективтар кире баш ҡалаға әйләнеп ҡайтасаҡ һәм 17 сәғәттә «Фольклориада йөрәге» сәхнәһендә 19 ижади коллектив ҡатнашлығында концерт башлана. Махсус ҡунаҡтар – М. Е. Пятницкий исемендәге халыҡ хоры, Эмир Кустурица һәм Сербияның The No Smoking Orchestra ансамбле. 

Фото: Рамил Нафиҡов.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com