CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Өфөлә халыҡ-ара күргәҙмәләр эшләй.

Республиканың Милли музейында CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә күргәҙмәләр эшләй: «Бөтә донъя халыҡтары битлектәре» һәм «Бөтә донъя халыҡтарының музыка ҡорамалдары». Баш ҡала һәм Башҡортостан халҡы был уникаль күргәҙмәне Милли музейҙа 9 июлгә тиклем 11-ҙән 17 сәғәт 30 минутҡаса ҡарай ала. «Беҙ күргәҙмәгә балалар менән килдек һәм беҙгә ныҡ оҡшаны. Балалар икенсе милләттәр мәҙәниәтен айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, ошондай йолалар артабан да дауам итһен ине», — ти Өфө ҡалаһынан Марина Нафиҡова.

Битлектәр күргәҙмәһендә 27 илдән килтерелгән 32 экспонатты, шулай уҡ 30 фотоһүрәтте күрергә була. Һәр битлеккә ентекле аңлатма бирелгән. Музыка ҡорамалдары күргәҙмәһендә тамашасылар башҡа халыҡтарҙың йыр-моңо, традициялары менән таныша ала. Инең бушлай, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә кәрәк. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com