CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ҡанатлы толпар Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды

Бөгөн Бөрйән районында CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә башҡорт халыҡ эпосы персонажы ҡанатлы толпар Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды.

«Был ваҡиғаның тап фольклориада сиктәрендә уҙыуы ҡыуаныслы. Беҙҙең «Урал батыр» эпосы донъя мәҙәни мираҫының бер өлөшө һәм Аҡбуҙат башҡорт ауыҙ-тел ижадына үҙенсәлекле символ булып торасаҡ. Һәйкәлде генә түгел, халҡыбыҙ ижадын һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү — беҙҙең мөҡәддәс бурыс», — тине сарала ҡатнашыусы республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Тантанала CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми делегацияһы ла ҡатнашты. «Фестиваль намыҫ, тыныслыҡ һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙы маҡсат итә. Башҡортостанда бөгөн 40-ҡа яҡын ил вәкиле сығыш яһай», — тине CIOFF® президенты Филипп Боссан. Аҡбуҙат монументы автор Өлфәт Ҡобағошовтың иң әһәмиәте һәм күренекле эше. Ул әйтеүенсә, һәйкәл тураһында уйҙы 1977 йылда уҡ, «Китап» нәшриәтендә «Башҡорт халыҡ эпосы» китабы сыҡҡандан алып хыялында йөрөтә башлаған. Был мәлдә ул студент ҡына булған. Тимәк Аҡбуҙатҡа илткән юл оҙайлы һәм ҡатмарлы ла. Ҡанатлы толпар әлегә башҡорт эпосына арналған берҙән-бер монумент. Ул Ҡаҫлы сөгөн заводында ҡойолған, бейеклеге 5 метр, аттың бейеклеге 3,5 метр тәшкил итә.

Авторға рәхмәт һүҙҙәрен Данир Ғәйнуллин да еткерҙе: «Аҡбуҙатҡа һәйкәл — иҫтәлекле һәм әһәмиәтле объект һәм ул туристарҙың яратҡан урынына әйләнәсәк, тип ышанам. Уның янында музей комплексы ла буласаҡ. Һәм ошо биләмә Шүлгән-таш мәмерйәһен ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индереүгә булышлыҡ итәсәк». Аҡбуҙат алдындағы сәхнәгә урындағы фольклор коллективтары һәм эпосты яттан һөйләүсе балалар сыҡты. Улар ҡунаҡтарҙы башҡорт мифологияһы менән таныштырҙы. Концертты «Ҡурайсы» төркөмө һәм Роберт Юлдашевтың, «Guzel-Dance» төркөмөнөң сағыу сығышы тамамланы.

 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com