CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә БР Милли музейында ике күргәҙмә ҡуйыла

4 июлдә БР Милли музейында бер юлы ике күләмле күргәҙмә үҙ эшен башлай: «Бөтә донъя залыҡтары битлектәре» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Бөтә донъя халыҡтарының музыка ҡорамалдары» халыҡ-ара күргәҙмәһе. Тәүгеһенә ҡитғалар халыҡтары ҡулланған битлектәр ҡуйыла, ошо традицияға бәйле милли элементтар ҙа күрһәтеләсәк. Музыка ҡорамалдары фотокүргәҙмәһен CIOFF® Йәштәр координацион комитеты әҙерләй.

Проекттың маҡсаты — музыка ярҙамында мәҙәни күп ҡырлылыҡты һәм уларҙың оҡшашлығын сағылдырыу. Уникаль күргәҙмәне төрлө фестивалдәр барышында Аргентина, Италия, Колумбия, Парагвай, Португалия, Рәсәй, Төньяҡ Македония, Словения, АҠШ, Төркиә, Франция һәм Чилиҙа ҡуйҙылар.

Экспозициялар 9 июлгә хәтлем Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14 адресы буйынса эшләй. Инеү бушлай.

 

 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com