CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары ваҡыт капсулаһы тултырҙы

Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә милли делегациялар вәкилдәре киләсәк быуынға мөрәжәғәт яҙып, уны ваҡыт капсулаһына һалды. Һәр капсулала өгөт-нәсихәт һәм теләктәр яҙылған. Шулай у улар төрлө символдар – тәңкәләр, артефакттар, музыка ҡорамалдары, милли кейем туҡымалары киҫәктәре менән байытылған.

Филипп Боссан капсулаға тәңкә һалһа, милли секция президенты, Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова рус матрешкаһын төшөрҙө, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова милли биҙәүес һалды. Делегаттарҙың мөрәжәғәттәрен был иҫтәлекле капсулаға һалыу хоҡуғы республика халыҡ ижады йортоноң генераль директоры Артур Әлибәковҡа тапшырылды. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com