CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы байрағы Мостай Кәрим тауы түбәһенә ҡуйылды

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы байрағы Мостай Кәрим тауы түбәһенә ҡуйылды

Экспедиция Ҡабарҙы-Балҡар Республика биләмәһендә урынлашҡан Мостай Кәрим тауы түбәһенә CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы байрағын ҡуйҙы.

«2018 йылдан алып Мостай Кәрим һәм Ҡайсын Кулиев тауҙары түбәләренә күтәреләбеҙ — был Рус географик йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге тормошҡа ашырған етди һәм үҙенсәлекле проект. Быйыл экспедиция барышында һуҡмаҡты маркировкаланыҡ һәм ул тиҙҙән бөтәһе өсөн дә асыҡ буласаҡ. Түбәләргә күтәрелеү өсөн альпинист булыу талап ителмәй. Бары тик сәләмәтлек һәм үҙеңде яҡшы тойоу кәрәк, сөнки көнөнә 17 мең метр үтергә тура килә. Мин түбәгә икенсе тапҡыр күтәреләм һәм һуҡмаҡты маркировкалау менән Мостай Кәрим тауы түбәһенә Фольклориада байрағын ҡуйыу бурысын үтәй алыуыма шатмын», — тип һөйләне М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Экспедиция составында БР Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы ведомство-ара аппараты етәксеһе Валерий Олейник, билдәле сәйәхәтсе һәм бард Александр Лынник, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының коммерция директоры Рафаэль Йыһангиров, спортсы-альпинист, БДУ уҡытыусыһы Рөстәм Ғәлимов ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме был түбәгә уның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2018 йылда Башҡортостан һәм Ҡабарҙы балҡар Республикалары альпинистары тарафынан бирелде. 

 
 
 
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com