Бөтә донъя фольклориадаһының халыҡ хәбәрсеһе бул һәм Iphone йәки iPad от!

Бының өсөн фольклориада тураһында ҡыҙыҡлы видео йәки фото төшөрөп, 3-нән 10 июлгә тиклем социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк.

Халыҡ хәбәрселәре конкурсында һәр кем ҡатнаша ала. «Минең фольклориадам» тигән видеороликтар конкурсы Инстаграм, Фейсбук, Бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә барасаҡ. Бының өсн видеоролик ҡуйған постты #folkloriada2021online хэштегы менән урынлаштырырға кәрәк. Еңеүсе «лайк»тар һаны буйынса билдәләнә һәм бүләккә iPad отасаҡ. «Минең фольклориадам» фотоһүрәттәр конкурсы ла Инстаграм, Фейсбук һәм бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә уҙғарыла. Бында ла ошондай уҡ хэштег #folkloriada2021online менән иң ҡыҙыҡлы фотоларығыҙҙы урынлаштырырға кәрәк. «Лайк»тар һаны буйынса өс еңеүсе билдәләнә. Беренсе урынға — Iphone 12, икенсе һәм өсөнсө урындарға портатив колонкалар биреләсәк.

Конкурсҡа йомғаҡ 2021 йылдың 10 июлендә яһала. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com