Бөтә донъя фольклориадаһының бөтә күргәҙмәләре һәм концерт майҙансыҡтары хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп эшләй

«Торатау» Конгресс-холы биләмәһе ике майҙанға – үрге майҙансыҡҡа һәм амфитеатрға бүленгән, уларҙа бар санитар талаптар үтәлә.

Халы кәсептәре һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе үҙ эшен 11 сәғәттә башлай, 20 сәғәттә тамамлай. Ошонда уҡ 14 сәғәттә фольклориада ҡунаҡтары һәм республиканың ижади коллективтары сығыштарын ҡарарға була. «Фольклориада йөрәге» тип талаған төп сәхнәгә инеү - «Ватан» паркы аша 17 сәғәт 45 минутта асыла.

Ҡунаҡтарҙың, ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында инеү урындарында тимер тикшереүсе детекторҙар эшләй, килеүселәрҙең тән температураһы эшләнә, дезинфекция саралары ҡулланыла, бушлай битлектәр таратыла.

Концерт барышында биләмә фан-барьерҙар менән уратыла. Бынан тыш «Торатау» Конгресс-холы янында «Ашығыс ярҙам» хеҙмәттәре дежурҙа тора.

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com