Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһының төп ҡатнашыусылары — республика ҡунаҡтары

Журналистар брифингыһында Бөтә донъя фолькллриадаһын асыу һәм ябыу тантаналарына әҙерлек барышы хаҡында «Фольклориада йөрәге» координаторы, режиссер Айҙар Зөбәйҙуллин һөйләне. «Беҙҙең команда бик ҙур һәм унда иң профессиональ белгестәр тупланған, — тине Айҙар Хизбулла улы. — Композиторҙар, балетмейтсерҙар, сорежиссерҙар, рәссамдар, видеографтар һәм башҡалар — 1000-дән ашыу кеше донъя кимәлендәге тантана яҡшы һәм сифатлы булһын өсөн тырышты. Үҙенсәлекле элементтарға иғтибар иткәнһегеҙҙер. Техник ҡоролмалар үҙҙәре генә биш йөҙҙән ашыу». Баш режиссер әйтеүенсә, репетициялар башта икенсе майҙансыҡтарҙа барған, ә «Өфө-Арена» боҙ һарайына улар 14 июндә генә килгән. Видеоконтент ҡуйыуы ғына 4 – 5 сәғәт ваҡытыт алған тиеүгә ҡарағанда, бында ни тиклем ҡатмарлы эш алып барылыуын күҙаллайһығыҙҙыр Һәр яҡтылыҡ прожекторы, лазерҙы, видеопроектырҙы көйләргә кәрәк. Кешеләр һаны ла бихисап, күптәренә бейеклектә сығыш яһарға тура килде. Хореографтар иңенә ҙур бурыс һалынды. Шул уҡ мәлдә хәүефһеҙлек талаптарын да үтәргә кәрәк, тип һөйләне спикер һәм фестивалде ябыу тантанаһы ла сюрпризарға бай буласаҡ, тине. «Ябыу тамашаһы бөтөнләй башҡаса. Унда Фольклориада ҡунаҡтары үҙҙәре ҡатнашасаҡ һәм бөтә мәҙәниәттәрҙең нисек бергә тупланыуын сағылдырасаҡ. Һәр коллектив үҙ иленең бер өлөшөн, йөрәк йылыһын алып килгәнлеген күрһәтергә уйлайбыҙ. Бөтә серҙәрҙе әлегә асмайбыҙ», — тине А. Зөбәйҙуллин. 

Источник: Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана»

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com