Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу open-air форматында Өфө амфитеатрында уҙғарыласаҡ

Халыҡ-ара фольклор фестивале менән хушлашыу 10 июлдә 17 сәғәттә «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында үтә.

Был көн Фольклориада ҡунаҡтарының күмәкләп фотоға төшөүенән башлана. Артабан 37 ил делегацияһы вәкилдәре «Торатау» Конгресс-холына үтеп, CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары исеменән киләсәк быуынға һәм киләһе фольклориадаларҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт яҙып һаласаҡ. Был яҙыу ваҡыт капсулаһы рәүешендә фестивалде ябыу тантанаһында тапшырыла.

17 сәғәттә Салауат Юлаев һәйкәле өҫтөнән «Русские витязи» пилотаж төркөмө осоп үтеп, фольклориада ҡунаҡтарын сәләмләй. Осош программаһына Су-30СМ һәм Су-35 тиҙлекле истребителдәр йәлеп ителгән. Әйткәндәй, уларҙың двигателдәре баш ҡаланың УМПО заводында етештерелә. Ябыу тантанаһын иң оло профессиональ хорҙарҙың береһе – М. Е. Пятницкий исемендәге рус академик халыҡ хоры асасаҡ. Ә концерт программаһы 18 илдең – Боливия, Коста-Рика, Колумбия, Хорватия, Эстония, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Польша, Черногория, Панама, Франция, Мексика, Рәсәй, Эквадор, Швейцария, Үзбәкстан һәм Парагвай артистарының сығышы менән байытыла. Башҡортостандың данлыҡлы коллективтары – Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле, «Арғымаҡ» төркөмө лә концерт номерҙары бүләк итәсәк. Хэдлайнерҙар – Эмир Кустурица етәкселегендә Сербия ансамбле.

Программа финалында фольклориада байрағын төшөрөп, уны СИОФФ президенты Филипп Боссанға тапшырыу, шулай уҡ 37 илдең тәңкәләренән яһалған милли биҙәүес – һаҡалды Башҡортостан Милли музейына тапшырыу ҡаралған. Ә иң аҙаҡта фейерверкка тамаша ҡылырға мөмкин. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com