Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһына 5 билет уйнатыла Бөтә донъя фольклориадаһын асыу сараһына 5 билет уйнатыласаҡ

Уйын «Бәйләнештә» социаль селтәрендә иғлан ителде. Билет отоу уйынында ҡатнашыу өсөн һеҙгә Бөтә донъя фольклориадаһының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/folkloriada2021 теркәлергә, ошо яҙмаға лайк ҡуйырға һәм үҙ сәхифәгеҙгә репост эшләргә һәм был яҙманы уйын тамамланғанға хәтлем сәхифәгеҙҙән алмаҫҡа кәрәк. Биш еңеүсе осраҡлы рәүештә махсус ҡушымта ярҙамында (аккаунт асыҡ булырға тейеш) һайлап алына. Һөҙөмтәләр бөгөн 2 июлдә билдәле була.
CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы 3 июлдә 17 сәғәттә «Өфө-Арена» боҙ һарайында башлана (Өфө, Ленин урамы, 114). https://vk.com/folkloriada2021 ошо уҡ һылтанма буйынса инеп, фестиваль барышы трансляцияларын ҡарарға була.
 
 
 
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com