Бөтә донъя фольклориадаһы көндәренә Өфөлә «Фольклориада йөрәге» исемле халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәре Халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк
24.06.2021
Бөтә донъя фольклориадаһы көндәренә Өфөлә «Фольклориада йөрәге» исемле халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәре Халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк — тап ошо исем аҫтында баш ҡалала Салауат Юлаев исемендәге майҙандың парковкаһында ҙур күләмле халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйыласаҡ. Уны асыу тантанаһында 4 июлдә 19 илдән 40 ҡул эштәре оҫтаһы ҡатнашырға ниәтләй. Бынан тыш, Өфөнөң үҙенән һәм Башҡортостан райондарынан 39 ойошма, предприятие һәм шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәренең сувенир продукцияһын ҡуясаҡ. Омск ҡалаһы оҫталары ағастан һырлап эшләнгән декоратив продукция алып киләсәк. Оҫталар һәм кәсепселәр өсөн үҙенсәлекле шатерҙар ҡорола һәм ундағы стеллаждарға улар үҙҙәренең сувенирҙарын теҙеп ултыртасаҡ.
Сит ил ҡунаҡтары урындағы кәсепселәрҙең эштәре менән танышасаҡ, ҡурай һәм ҡумыҙ эшләү барышын күҙәтәсәк, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, туҡымаға һүрәт төшөрөү кеүек башҡорт халҡының боронғо кәсептәрен ҡарай аласаҡ. Башҡортостан ҡунаҡтарына үҙебеҙҙең халҡыбыҙ йолалары тураһында ентекле һөйләйәсәктәр. Көн һайын ошо майҙансыҡта Өфө фольклор ансамблдәре һәм ижади коллективтары, шулай уҡ сит ил ансамблдәре ҡатнашлығында концерттар үтәсәк. Күргәҙмә 4-нән 10 июлгә тиклем 11-ҙән 19 сәғәткәсә эшләй. CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары ҡатнашлығында күргәҙмәне асыу тантанаһы 2021 йылдың 4 июлендә 13 сәғәттә башлана.
Сара яңылыҡтары менән «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/folkloriada2021 танышырға мөмкин.