Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина Өфө аэропортына килде

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә килеп етте.

Уны аэропортта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршы алды. Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина «Русская песня» ансамбле менән 2021 йылдың 3 июлендә «Өфө-Арена» боҙ һарайында фольклориаданы асыу сараһында сығыш яһаясаҡ. Тантанала улар «Ер. Рух. Фольклор» программаһын тәҡдим итә. Башлана 17 сәғәттә. Н. Бабкинанан тыш фестиваль хэдлайнерҙары булып Кубань казак хоры, «Гжель» бейеү театры, Асҡар Абдразаҡов, Тина Кузнецова һәм башҡалар сығыш яһай.

 
 
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com