Бөгөн кураторҙар һәм ирекмәндәр һуңғы сит ил ҡунаҡтарын оҙатты

Башҡортостанда фестиваль көндәре күҙ асып йомғансы үтте. Һәм бына ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡолас йәйеп ҡаршылаған Өфө аэропортына кире килде. Был юлы улар үҙҙәре менән башҡорт сувенирҙарын ғына түгел, ә милләтебеҙҙең йомарт һәм алсаҡ күңеленең бер өлөшөн алып ҡайта. Байрам тураһында яҡты иҫтәлекте йөрәге түрендә һаҡлай. Куратор һәм ирекмәндәр һуңғы сит ил ҡунаҡтарын оҙатып ҡалды. 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com