Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан милли костюмдар флешмобы иғлан итте

Милил кейем флешмобын Башҡортостан Башлығы башлап, социаль селтәрҙә башҡорт кейемендә төшкән һүрәтен ҡуйҙы.

Флешмоб 3 – 10 июлдә республика биләмәһендә барған Бөтә донъя фольклориадаһына бағышлана. «Милли кейем — ата-бабаларыбыҙға, тарихыбыҙға үҙенсәлекле күпер ул, — тине Радий Фәрит улы. — Фольклориада бөтә ҡитғалар халыҡтары дуҫ һәм татыу йәшәй алыуын күрһәтәсәк».

Башлыҡтың инициативаһына билдәле блогерҙар, артистар һәм социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыусылар ҡушылды. 

 
 
 
 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com