Башҡорт ҡул эштәре оҫталары коворкингы Фольклориада символикаһы менән сувенирҙар әҙерләй CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһында уникаль ҡул эштәре күрһәтеләсәк

Өфөлә эшләүсе башҡорт халыҡ кәсептәре коворкингы өс резидентты үҙ эсенә ала: тире эшкәртеүсе «Мосафир» оҫтаханаһы, Этно-MARKET һәм «Зөлхизә» ательеһы. «Мосафир» оҫтаханаһына фольклориадала ҡатнашыусылар өсөн 1500 дана брелок-сувенирҙар яһау бәхете тәтене. Беҙҙең оҫталар ҡулы менән нағышлап эшләнгән сувенирҙар 10-15 көндән бөтә Ер шарына тараласаҡ һәм һәр ҡитғала башҡорт рухын танытасаҡ», — тине «Мосафир» брендын һәм башҡорт ҡул эштәре оҫталары берләшмәһен булдырыусы Азамат Юлдашбаев. «Мосафир» — Өфөлә билдәле күн һәм тире эшкәртеү оҫтаханаһы, ул социаль селтәрҙәрҙә киң танылыу тапҡан, Инстаграм, Ютуб һәм Тик-токта яҙылыуылары күп. Тик-токтағы ҡарауҙар һаны бөгөн 100 миллионға тиңләшә.

Яҙылыусылар араһында Башҡортостан вәкилдәре генә түгел, сит ил ҡулланыусылары ла етерлек. «Мосафир» оҫталары брелоктарҙан тыш, фольклориада символикаһы булған браслеттар, картхолдер һәм сумкалар ҙа яһаны. Этно-MARKET ҡулдан ағасты һырлап, башҡорт милли орнаменттарын төшөрөп ҡыҙыҡлы сувенирҙар яһай. Бөтә был эштәрҙе фольклориада күргәҙмәләрендә күрергә мөмкин буласаҡ. 


 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com