Баш ҡалала Фольклориада фан-биләмәләре эшләй

3 июлдән Өфөлә фестиваль сиктәрендә фан биләмәләре асылды.

Экрандар һәм тауыш аппаратуралары «Первомайский» ял паркында, Дим районы ял паркында һәм «Волна» паркында ҡуйылды. Уларға барыусылар асыҡ һауала ҙур экрандарҙан Фольклориада барышын күҙәтә ала. Экрандар 18 сәғәттә тоҡана. Шулай уҡ майҙансыҡтарҙа ҡул эштәре һәм халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре, фестиваль атрибутикаһы һәм сувенариҙар ҡуйылған. «Йырһыҙ һәм бейеүһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Ижад кешеләрҙең күңелен үҫтерә, бер-береһенә мәрхәмәтлерәк итә, ә йәш быуында үҙ еренә һөйөү уяна. Ҡалабыҙҙа ижади күңелле, әүҙем кешеләр һәм колективтар булыуы ҡыуаныслы, улар көн һайын фан-зоналарҙа әүҙем эшләй. Шула уҡ тамашасылар сит ил коллективтары сығыштарын ҡарай ала», — тине Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт буйынса идаралығы вәкиле.

Бөгөнгө көнгә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, «Успех» хореография студияһы, «Ағиҙел таңдары» рус хоры, «Ош виче Сем» мари фольклор ансамбле, «Раздолье» рус хоры, «Байрам» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡалар сығыш яһаны. 

 

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com