Салауат Юлаевҡа һәйкәл

Башҡорт халҡының милли геройы, ихтилал етәксеһе, шағир-импровизатор, Емельян Пугачевтың батыр яугиры Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла. Монументтың авторы Төньяҡ Осетия һәм Башҡортостандың халыҡ скульптроы, рәссам Сосланбәк Таваисев. Ошо һәйкәлде яһағаны өсөн уға 1970 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһы тапшырыла. Салауат Юлаев һәйкәле Рәсәйҙә иң бейек атлы һәйкәл (9,8 метр). Уның тағы бер үҙенсәлеге — 40 тонна ауырлыҡ менән өс таяныу нөктәһендә генә тороуы. Һәйкәлдең эсендәге тимер рама ошо тотороҡлолоҡто тәьмин итә. Скульптура бронза суйындан, постаменты тимер-бетон ҡатнашманан ҡойолған һәм ҡара гранит таш менән тышланған. Салауат Юлаев бейек Ағиҙел ярына баҫып бөтә Башҡортостанына күҙ һалып торған төҫлө — был урынды оҙаҡ һайлайҙар һәм яңылышмайҙар. Башҡорт батырын Өфөгә инеүсе һәр кем алыҫтан күрә ала. Баш ҡаланың визит карточкаһы, символы булған, гербында һынландырылған һәйкәл Европала ла иң ҙур һәйкәлдәрҙең береһе. 

Адресы:

Өфө ҡалаһы, Салауат Юлаев исемендәге майҙан

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com