«Ләлә-Тюльпан» мәсете

«Ләлә-Тюльпан» мәҙрәсә-мәсете шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урын алған. Иман йорто баш ҡала диндарҙарының йыйылыу урыны, уҡытыу үҙәге һәм мәҙәни урындарҙың береһе.

Уның исеме ләлә сәскәһенә оҡшатып эшләнгән ике манараға бәйле. 50 метр бейеклектәге маналаралар алыҫтан уҡ күренеп тора. Төрки халыҡтарында ләлә — яңырыу, яҙ һәм тормош башлау символы.

Дини байрамдар осоронда мәсет үҙ ҡосағына меңдән ашыу кешене һыйындыра. Уның эсендә баш мөфтөй билдәле эшмәкәрҙәр менән осрашыуҙар ҙа уҙғара.

Адресы:

Өфө ҡалаһы, урам Та, 5

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com