Шулай уҡ туристарҙың яратҡан урындарының береһе — Тирлән һәм Оло Инйәр йылғалары киҫелешендә, Белорет районында урынлашҡан Инйәр таш һындары. Текә генә ҡаялар бында бер түңәрәккә баҫып, түбәләрен күккә сөйөп торғандай күренә.
Уларҙың ҡайһы берҙәренең бейеклеге 35 метрға етә. Таш һындары янындағы майҙансыҡта тирә-яҡҡа һоҡланғыс күренеш асыла, тау йылғалары күренә, йәм-йәшел ағастар шаулай — был төбәк хаҡлы рәүештә республиканың иң матур урындарының береһе тип һанала.
Адресы:
Белорет районы, Тирлән п 17 км көнбайыштараҡ