Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы скверҙа урынлашҡан «Ете ҡыҙ» фонтаны яңыраҡ ҡына асылһа ла өфөлөләрҙең яратҡан урынына әйләнде. Уның авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған скульпторы Хәниф Хәбибрахманов. Был фонтанды яһауға авторҙы ошо исемле легенда этәрә. Бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған башҡорт һылыуҙары дошман әсирлегенә төшмәҫ өсөн Ҡултүбән күленә иң бейек ҡаянан һикереп төшөп һәләк була, тиелә башҡорт халыҡ легендаһында. Ҡыҙҙарҙың фигуралары бронзанан ҡойолған һәм фонтанды уратып баҫҡан. Бында кискеһен сихри яҡтылыҡ тоҡана һәм музыка уйнай, ошо рәүешле ҡыҙҙар һыу эсендә бейеген кеүек тойола.
Адресы:
Өфө ҡалаһы, Театр скверында