«Миталь дель мундо» фольклор коллективы

Эквадор Республикаһы — легендар цивилизациялар бишеге. Көньяҡ Америка ҡитғаһының төньяҡ-көнбайышында, экваториаль төбәктә урын алған был дәүләтте Тымыҡ океан һыуҙары иркәләй һәм иң мөһабәт тауҙар системаһы Анды түбәләре һаҡлай.

Баш ҡалаһы Кито — донъя мәҙәни мираҫы булараҡ ЮНЕСКО ҡурсауына алынған тәүге ҡала. Эквадорҙа майя һәм инк халыҡтары цивилизациялары, Европа халыҡтарының мәҙәниәте бергә үрелеп, һоҡланғыс композиция тыуҙыра. Ҡабатланмаҫ тәбиғәте, ҡуйы тропик урмандары, янартау пейзаждары, боронғо ҡалалары, бейек тауҙары һәм күҙ яуын алырлыҡ күлдәре менән күңелгә үтеп инә.

Уның ғәжәйеп мәҙәниәтен VI Бөтә донъя фольклориадаһында «Mitad del mundo» фольклор коллективы күрһәтәсәк. Традицион йырҙарға, Эквадор халыҡтары бейеүҙәренә нигеҙләнгән сығыштарҙа колониаль дәүер һәм урындағы ерле халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре асыҡ сағыла.

Яҡын аралағы сара «Миталь дель мундо» фольклор коллективы

Мишкә районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Мишкә районы 2021 йылдың 5 июлендә башлана

Подробнее

Мишкә , «Триумф» ФҺК-һы алдындағы майҙан, Спорт урамы, 42

05.07.2021 15:00

Ҡариҙел районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Ҡариҙел районы 2021 йылдың 6 июлендә башлана

Подробнее

Ҡариҙел, Район мәҙәниәт һарайы алдында майҙан, Ленин урамы, 9

06.07.2021 13:00

Борай районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Борай районы 2021 йылдың 7 июлендә башлана

Подробнее

Борай , «Танып» ФҺК-һы, Мәктәп урамы, 12

07.07.2021 15:00

Асҡын районы фестиваль программаһы

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Асҡын районы 2021 йылдың 8 июлендә башлана

Подробнее

Асҡын , Район хакимиәте алдында майҙан, Пионерская урамы, 7

08.07.2021 16:00

Өфө ҡалаһында фестиваль программаһы

Подробнее

Өфө , «Торатау» Конгресс-холының үрге майҙансығы

09.07.2021 14:00

Ил:

Эквадор

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1

folklorrb@mail.ru

press@folkloriada2020.com