Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
10 Июль 2021, 09:25

Ҡырғыҙҙар сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы

Тел, сәнғәт өлкәһендә улар ниндәй оҡшашлыҡтарҙы айырып билдәләне? 

Ҡырғыҙҙар сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы
Ҡырғыҙҙар сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы

“Фольклор фестивалендә булмағандар ғына ысын дуҫлыҡҡа ышанмай, беҙ бында бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, бер-беребеҙҙең бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ, күңел асабыҙ”, - ти Ҡырғыҙстандан килгән “Адис” ансамбле ҡыҙҙары.

Яна, Юлиә, Әлфиә Бишкәк ҡалаһының 4-се музыка мәктәбе эргәһендә ойошторолған ансамблдә шөғөлләнә. Бындай сарала ҡатнашыуҙары беренсегә түгел, ҡыҙҙар йәштәрҙең Дельфий уйындарында, Новосибирск ҡалаһында үткән фестивалдә лә үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән. Улар һөйләүенсә, Ҡырғыҙстанда халыҡ йолаларын, сәнғәтте, үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, хатта ошо йүнәлештә эш алып барған йәштәр хәрәкәте лә бар.

“Беҙ тамашасы алдында сығыш яһап ҡына ҡалмайбыҙ, ә йолаларҙы, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлау маҡсатында, оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарабыҙ. Бөгөн беҙ халҡыбыҙҙа популяр һаналған “Ҡара ат” бейеүен башҡарҙыҡ. “Бөркөт” тип аталған бейеүҙә илебеҙҙең күркәм тәбиғәтенә дан йырлана, “Ысыҡ-күл” бейеүе данлыҡлы күл легендаһын һүрәтләй. Телдәребеҙ, милләтебеҙ төрлө булһа ла, сәнғәт телен барыһы ла аңлай. Ә башҡорт бейеүҙәре беҙҙекенә оҡшаған, телдәребеҙҙә лә уртаҡлыҡ бар. Бындай ҙур масштабтағы сарала ҡатнашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Бөтә Башҡортостандағы кеүек, Белоретта ла мөләйем, киң күңелле кешеләр йәшәй икәнлеге һиҙелә”, - тип тәьҫортаттары менән уртаҡлашты ҡыҙҙар.

Ҡырғыҙҙар белореттарҙы сығыштары менән генә түгел, бер нисә тапҡыр алмаштырған сағыу, үҙенсәлекле сәхнә кейемдәре менән дә һоҡландырҙы.

 

Фото: “Белорецкий рабочий” гәзитенән.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: