+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2021, 12:31

ФОЛЬКЛОРИАДАҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАЙБЫҘ

Шулай итеп, Башҡортостанда VI Бөтә донъя  CIOFF®️ фольклориадаһы тамамланды. Ул 3 июлдән 10 июлгә тиклем барҙы.  Фольклориадала донъяның 37 иленән делегациялар ҡатнашты. Проект 1020 ҡатнашыусыны, 70 һөнәрсене йыйҙы.

Шулай итеп, Башҡортостанда VI Бөтә донъя  CIOFF®️ фольклориадаһы тамамланды. Ул 3 июлдән 10 июлгә тиклем барҙы.  Фольклориадала донъяның 37 иленән делегациялар ҡатнашты. Проект 1020 ҡатнашыусыны, 70 һөнәрсене йыйҙы.

Өфөлә Фольклориаданың дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә ике донъя рекорды ҡуйылды: унда 57 ил кешеһе һәм 71 милләт вәкиле ҡатнашты.  Әйлән-бәйлән ҡулсаларына бөтәһе 2700-ҙән кеше ҡулға-ҡул тотошоп бейене.

«Өфө-Арена»ла фестивалде  асыу тантанаһында 1000-дән ашыу артист сығыш яһаны, 500-ҙән ашыу интеллектуаль яҡтыртыу приборы, 800 квадрат метр яҡтылыҡ диодлы экран, асыу тантанаһы өсөн махсус эшләнгән уникаль механизмдар һәм автоматизация системалары, тиҫтәләрсә иң заманса лазер видеопроекторҙары,100 кВтлы тауыш ҡорамалдары, төтөн һәм криоэффекттар ҡулланылды.

Фольклориаданы ябыу тантанаһында «Торатау» конгресс-холы алдындағы амфитеатрҙа 19 ил вәкиле сығыш яһаны, алты  истребитель ҡатнашҡан авиашоу күрһәтелде.

Фестиваль барған көндәрҙә Өфөләге «Фольклориада йөрәге»ндә һәм 22 район-ҡалала бөтәһе 28 майҙансыҡта  61 концерт ҡуйылды.  Фольклориадала ҡатнашыусылар концерт программалары менән бөтә Башҡортостан буйлап 10 000 км самаһы юл үтте. Был сараларҙы 100 меңдән ашыу кеше ҡараны.

4–9 июлдә Башҡортостан Милли музейында «Донъя халыҡтары битлектәре» күргәҙмәһе һәм «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» тигән фотокүргәҙмә эшләне.    

Бөтә фестиваль барышында Өфөлә VI Бөтә донъя  CIOFF®️ фольклориадаһының өс фан-зонаһы эшләне. Трансляциялау өсөн өс майҙанда – «Беренсе Май» мәҙәниәт һәм ял паркында, Дим районы мәҙәниәт һәм ял паркында, «Тулҡын»  паркында трансляциялау өсөн экрандар һәм тауыш аппаратураһы ҡуйылды.  

4–10 июлдә конгресс-холдың үрге майҙансығында Халыҡ-ара кәсептәр һәм һөнәрҙәр күргәҙмәһе эшләне. Унда 19 ил һөнәрселәренең үҙҙәре һәм эштәре менән танышырға мөмкин ине.  Ошонда уҡ Өфөнөң 39 предприятиеһы, ойошмаһы һәм шәхси эшҡыуары үҙҙәре етештергән сувенир продукцияһын тәҡдим итте.

VI Бөтә донъя фольклориадаһы программаһына  CIOFF®️  «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мираҫы – бөтә донъя мәҙәни мираҫының бөр өлөшө булараҡ» темаһына халыҡ-ара конференцияһы  үтте.   

50 илдә Башҡортостанда барған Фольклориада тураһында материалдар сыҡты. Сит илдәрҙең социаль селтәрҙәрендә 1,5 меңдән ашыу пост баҫылды.  30 илдең киң мәғлүмәт саралары халыҡ-ара фестиваль тураһында һөйләне. 

Бөтә ресурстарҙан тура трансляциялар 1 000 000 самаһы ҡарау йыйҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

ФОЛЬКЛОРИАДАҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАЙБЫҘ
ФОЛЬКЛОРИАДАҒА ЙОМҒАҠ ЯҺАЙБЫҘ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: