Башҡортостанда 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһы тамамланды

Фото №1 - Башҡортостанда 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһы тамамланды

Кисә Өфөлә халыҡ-ара фестивалде ябыу тантанаһы уҙҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы – CIOFF Президенты Филипп Боссанға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды. Филипп Боссан беҙҙең республикала үткән Фольклориаданы юғары баһаланы.

Башҡортостанда 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһы тамамланды

Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто етәксеһе Тамара Пуртова ла Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Тамара Пуртова әйтеүенсә, беҙҙең республика донъя кимәлендә Рәсәйҙе лайыҡлы күрһәтте.

Башҡортостанда 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһы тамамланды

8 көн дауамында 22 район һәм ҡалала үткән сараларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 28 концерт майҙансығында 61 тамаша ойошторолдо. “Сит ил ҡунаҡтары республика халҡының ихласлығы һәм ҡунаҡсыллығына хайран ҡалды”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Башҡортостанда 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһы тамамланды

6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһын ябыу тантанаһында билдәле серб режиссеры, йырсы Эмир Кустурица һәм The NoSmoking Orchestra төркөмө сығыш яһаны. Музыкант тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Башҡортостанда 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһы тамамланды

Бөтә донъя Фольклориадаһында 37 илдән коллективтар ҡатнашты. Башҡортостанға 1 меңдән ашыу бейеүсе, йырсы һәм кәсепсе килде. Халыҡ-ара фестиваль барышында ике донъя рекорды ҡуйылды. Дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә 57 илдән 71 милләт вәкиле ҡатнашты.

Волна
Пенальти